• Юбиляры

    Ноғман Мусинға 90 йәш

    Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле әҙип Ноғман Мусинға – 90 йәш! Башҡорт әҙәбиәтенең сағыу йондоҙҙарының береһе, тәбиғәт йырсыһы Ноғман Сөләймән улына ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы яҙыусының олпат юбилейы айҡанлы “Бәйләнештә” селтәрендә “Мәңгелек урман” дилогияһы буйынса флешбук ойошторҙо. Бер ай дауамында флешбук төркөмөндә әҙәбиәт һөйөүселәр әҙиптең тормошо һәм ижадына арналған мәғлүмәт, “Мәңгелек урман” романы буйынса фекерҙәр, әҫәрҙән өҙөктәр, фото һәм видеоматериалдар менән уртаҡлашты. Улар менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була — https://vk.com/public205250040 Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Халыҡтар Дуҫлығы, Салауат Юлаев, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордендары кавалеры Мусин Ноғман Сөләймән улы 1931 йылдың…

    Комментарии к записи Ноғман Мусинға 90 йәш отключены
Яндекс.Метрика