• Без рубрики

    Яҙғы каникулды файҙалы һәм күңелле үткәреү маҡсатында, балалар өсөн Сыңғыҙ ауыл моделле китапханаһында «Халыҡ уйындары уйнайбыҙ»исемле ял итеү сараһы үтте. Балалар, башҡорт халҡының милли уйындары «Көлдөргөс», «Аҡ тирәк,күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ» , «Осто,осто», «Боҙоҡ телефон» кеүек башҡорт халыҡ уйындарын уйнап, һынашмаҡтар һынашып,йомаҡтар ҡойоп рәхәтләнеп күңел астылар.Яңы килгән китаптар менән таныштылар.

  • Без рубрики

    «Дәрт,моң,илһам өҫтәүсе — һин Шиғриәт!» Шиғриәт донъяһы ниндәй?Белмәй бер кем,Ул үҙенә йыйған бөтә йәшәү күркен.Инеп батһаң ошо даръя ағышына,Үлгәндә лә үкенмәҫһең яҙмышыңа.Рәсих Ханнанов.21 мартта китапханала Бөтә донъя шиғриәт көнөнә матур сара үтте. Ул “Дәрт, моң, илһам өҫтәүсе – һин Шиғриәт!” тип аталды. Шиғыр һөйөүселәр шиғриәт донъяһына сәйәхәт ҡылып, яҡташ шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарын уҡынылар. Районда һәм Республикала үткән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә еңеүсе Туйсина Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙын “Шиғырҙарым –халыҡ телендә”шиғыр һөйләүселәр интернет бәйгеһендә еңеүе менән ҡотлап,бүләген тапшырҙыҡ .Кисәгә килгән ҡунаҡтар рухи аҙыҡ алып таралыштылар.

  • Без рубрики

    Бөгөн — Бөтә Донъя Шиғриәт көнөндә ауылдашыбыҙ Ҡарамырҙина Гөлфиә Зөфәр ҡыҙының шиғриәткә арналған матур шиғырҙарын тәҡдим итәм. Шиғриәт менән һөйөү,Икеһе лә бер бөтөн.Һөйөүҙә бар ялҡын еҫе,Шиғриәттә юҡ та төтөн… Илһам килһә китә һалмай,Ҡәләм шыма, ҡәләм майҙай.Шиғыр яйлап ипле генә,Яҙыла инде шулай. Юҡ төтөнө, юҡ ялҡыны —Ләкин ул шундай көслө.Бөтә кешелә лә юҡ шул һәләт,Уны яҙа бары хисле… Хистәрҙән дә, нәфрәттән дә,Ҡоролған ошо шиғриәт.Ҡайсаҡ күңел ҡабул итмәй,Ләкин риза бары йөрәк. Һине яҡын күреп ҡабул ҡылдым,Шиғриәтем -талмаҫ ҡанатым.Һиңә тик өмөт менән бағам,Ышаныс менән һиңә барамын. Зинһар өсөн, тием, Шиғриәт,Мине тапап, фашлама!Һиңә яңы аяҡ баҫтым,Аяҡ сала күрмә, ташлама! Минең ҡәләм осло бит,Яҙғым килә һис тә туҡтамай,Яҙғым килә барлыҡ уйҙарымды ,Кеше һүҙенә лә ҡарамай.…

  • Без рубрики

    һынамыштар

    14март ниндәй – йәй шундай. 15 март көндө буран йәки ел булһа, йәшел үләндәр баш төртөүен тиҙ генә көтмәгеҙ. 16 март көндө турғайҙар түбә ҡалайҙарына ултырып, ҡанаттарын таҙартһа – йылы көндәр етә. 17 март – ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиҙ китеп бөтөр. 18 мартта ала ҡарғалар төнъяҡҡа ҡарап оялаһа һәм ҡарҡылдашһа – көндәр һыуыта. 19 мартта тумыртҡалар туҡылдаһа, һыуыҡтар оҙаҡ дауам итә. 20 мартта ҡояш байығанда күк йөҙө ҡыҙғылт төҫкә керһә – ел көсәйә. 21 март көндө турғайҙар килһә, яҙ килеп етте тигән һүҙ. 22 март йылы булһа, 4⃣0⃣ көн йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 4⃣0⃣ көнгә һуҙылған һыуыҡтар көтөгөҙ. 23 март көндө ала…

  • Без рубрики

    💐💐💐Халыҡ- ара ҡатын ҡыҙҙар көнө уңайынан Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында «Матурлыҡ һәм һомғоллоҡ серҙәре» исемле бик матур һәм фәһемле оҫталыҡ дәресе үтте.👍Дәрескә килеүселәр араһында хаҡлы ялдағылар ҙа,йәштәр ҙә бар ине.Был осрашыуҙа Б.Р. атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре,»Еҙ үксә» өлгөлө балалар бейеү ансамбле етәксеһе,үҙе һөйкөмлө,мөләйем,уңған — хөрмәтле Аралбаева Зарифа Зәкир ҡыҙы үҙенең һомғоллоҡ һәм матурлыҡ серҙәре менән уртаҡлашты. Ҡатын — ҡыҙҙарға Зарифа Зәкир ҡыҙы фитнес оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Күнекмәләрҙән ҡыҙҙар көс һәм дәрт алып таралыштылар.

Яндекс.Метрика