• Без рубрики

    «Тәңкәле ҡыҙ «конкурсында Мәхмүтова Нәзилә — 2 урын. Ҡотлайбыҙ!!!! Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ, бөйөк әҙибә Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы иғлан иткәйне. Был аҙна барышында конкурстың зона этаптары үтәсәк. Бөгөн Беренсе Этҡолда тәүге зона бәйгеһе ойошторолдо. Унда Сыңғыҙ, Буранбай, Таулыҡай, Беренсе һәм Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Үрге Яйыҡбай, Бикеш, Ҡуянтау ауылдарынан 14-20 йәшлек ҡыҙҙар бәйге тотто. Һөҙөмтәлә, 1-се урынды Икенсе Этҡолдан Ғибатова Линара яуланы, 2- се урында – МӘХМҮТОВА НӘЗИЛӘ (Сыңғыҙ) һәм Хәсәнова Айгүзәл (Ниғәмәт), 3-сө урында – Мәхмүтова Ләйсән (Беренсе Этҡол). Үтәбаева Илзинә (Буранбай) – “Гүзәллек”, Әминева Сөмбөл (Үрге Яйыҡбай) – “Наҙлыҡай”, Баййегетова Миңдинә (Таулыҡай) – “Телһөйәр”, Маликова Алина (Ҡуянтау) менән Астафьева Карина (Бикеш)…

  • Без рубрики

    » Таңсулпан Ғарипова һәм уның геройҙары»

    Сынғыҙ ауыл модель китапханаһында » Таңсулпан Ғарипова һәм уның геройҙары» исемле китап уҡыусылар конференцияһы үтте. Сарала Таңсулпан Хисбулла ҡыҙының актив тормош юлына, бай ижадына, тәрән йөкмәткеле фәһем алырлыҡ әҙәрҙәре нигеҙендә барҙы һөйләшеү.Уның уҡып туйып булмай торған әҫәрҙәре беҙҙең әҙәбиәт һөйөүселәргә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Сирбаева Әлфиә Әҙеһәм ҡыҙы “Бөйрәкәй” романы һәм әҫәрҙәге геройҙары тураһында һөйләне, Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙы романдан өҙөк һөйләп ишеттерҙе.

  • Без рубрики

    “Бер тамсыла ҡояш сағыла”

    Сыңғыҙ ауыл  модель китапханаһында  «Башҡорт китабы аҙналығы» сиктәрендә, “Бер тамсыла ҡояш сағыла” исемле китапхана дәресе үтте. Унда Сыңғыҙ мәктәбенең башланғыс класс  уҡыусылары ҡатнаштылар. Уҡыусылар әҙибәнең китап күргәҙмәһе,тормош юлына байҡау яһанылар,  “Ҡарлуғастар” китабы менән яҡындан таныштылар.  Улар был китапҡа ингән “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары” әкиәтен бик ҡыҙығып тыңланылар.   Әкиәттә ваҡиғалар сысҡандар донъяһында бара.Сысҡанбай менән Сысҡанбикәнең тиктормаҫ балаларының мауыҡтырғыс мажаралары тасуирлана унда.  Дәрес аҙағында Т.Ғарипованың әҫәрҙәренә,геройҙарына арналған уйында ҡатнаштылар.

  • Без рубрики

    “Мин — милли кейемдә”

    9 сентябрҙә — Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Сыңғыҙ ауыл моделле китапханаһы “Мин — милли кейемдә” исеме аҫтында флешмоб иғлан итә. Хөрмәтле дуҫтар,барығыҙҙы ла флешмобта ҡатнашырға саҡырабыҙ.Бының өсөн милли кейемдә төшкән фотоғыҙҙы китапхана төркөмөнә#милликейем#Сыңғыҙауылмоделлекитапхана хэштегы менән һалырға кәрәк йәки шәхсән ебәрегеҙ.

  • Без рубрики

    #БегущаяКнига#БегомЗаКнигой1 сентября Чингизовская сельская модельная библиотека присоеденились к Всероссийскому интеллектуальному забегу «Бегущая книга–2022», приуроченный к Году культурного наследия народов России.

Яндекс.Метрика