• Без рубрики

    #проекткрай_вкотором_ты_живешьСыңғыҙ ауыл модель китапханаһында «Аҡсәскә» балалар баҡсаһы тәрбиәленеүселәре(тәрбиәсе Буранбаева З.Ә. ҡыҙы)өсөн «Башҡортостан флагы» исемле мәғлүмәт сәғәте үтте. Унда флаг һәм уның төҫтәре тураһында белешмә бирелде. Тыуған илебеҙ, еребеҙ тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Балалар өсөн сығарылған матур һүрәтле китаптар ҡаранылар,»Аҡбуҙат» журналы менән таныштылар. Балалар бик ихлас, әүҙем ҡатнаштылар.

  • Без рубрики

    Барығыҙҙы ла төп Дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Сәскә атһын Республикабыҙ! Илебеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын! Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, бәхет һәм һәр изге эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

  • Без рубрики

    #проекткрай_вкотором_ты_живешьКитапханала Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған “Тыуған төйәгем — Башҡортостан!” исемле сара үтте. Уҡыусылар Башҡортостаныбыҙ тураһында викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, байрамға арналған «Мөғжизәләр иле — Башҡортостан!» китап күргәҙмәһе менән таныштылар. Республикабыҙ ойошторолоуына арналған тарихи ваҡиғаларға ҡағылған, көрәш юлын үткән ҡаһарман яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәт алдылар.

    Комментарии к записи отключены
  • Без рубрики

     5 октябрь – Халыҡ – ара уҡытыусылар көнө Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙҙе был күркәм байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙә арыу-талыу белмәй, һәр бер бала күңеленә юл табап, көлөс йөҙлө, асыҡ күңелле уҡытыусы булып ҡалығыҙ ! Һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, тынғыһыҙ эшегеҙҙә тик уңыштар һәм именлек, һайлаған эшегеҙгә тоғролоҡ, яңы ижади ҡаҙаныштар һәм уҡыусыларығыҙҙың рәхмәтле булыуын теләйбеҙ!

  • Без рубрики

    Бөгөн 3 октябрь көнө,  яҡташыбыҙ күренекле башҡорт шағирәһе, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмар күркәм юбилҽйын билдәләй.Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова (псевдонимы «Лилиә Һаҡмар») 1962 йылдың 3 октябрендә Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетын тамамлай. 1985 йылда ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитеты секретары итеп һайлана. Артабан шул уҡ райондың Байғусҡар ауылында өлкән китапханасы булып эшләй. 1989 йылда Өфөгә күсеп килә һәм хеҙмәтен журналистика өлкәһендә дауам итә.  2010 йылдан алып «Тамаша» журналында бүлек мөдире, 2013 йылдан 2015 йылға тиклем — баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара. Хәҙерге ваҡытта тулыһынса әҙәби ижад менән шөғөлләнә.Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, мул уңышлы ижад баҫыуы теләйбеҙ.

Яндекс.Метрика