• Без рубрики

    Әсә… Һәр кемгә бала саҡтан ғәзиз, күңелгә иң яҡын исем. Беҙҙең бөгөнгө байрамыбыҙ ҙа һеҙгә, ҡәҙерле әсәйҙәргә арнала. Донъяла иң яҡын кеше ул — әсәй. Әсәй, әсәйҙәр! Күпме ҡайғы, күпме моң-һағыштар, күпме шатлыҡтар һыйҙыраһың һин үҙеңә, һәр балаңдың кисерещтәрен үҙеңдеке итеп ҡабул итәһең, уның яҙмышы менән йәшәйһең.Барлыҡ әсәйҙәр үҙ балаларын ҡәҙерләп, бишек йырҙарын йырлап, изгелеккә, игелеккә әйҙәп үҫтерә.Улар барлыҡ хис-тойғоларын балаларына бағышлап, Иман, тәүфиҡ, сәләмәтлек теләй. Әсәйҙәр балаһының донъяға килгән минутынан алып, үҙенең һуңғы һулышына тиклем иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше булып ҡала.

    Комментарии к записи отключены
  • Без рубрики

    Ағинәйҙәр тәжрибә уртаҡлаша .Бөгөн Сыңғыҙ ауылы ,, Ағинәй «йәмәғәт ойошмаһына ( етәксеһе Ишһылыу Рәжәпова ) Мерәҫ , Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре үҙ — ара тәжрибә уртаҡлашырға йыйылды .Ауыл китапханасыһы — ағинәйҙәрҙең ярҙамсыһы һәм терәге Миңзәлә Шахморатова ,, түңәрәк өҫтәл артында «фекер алышыуҙы бик йәнле итеп ойошторҙо , ағинәйҙәр ойошмаһының милли традициялар , йола — кәсептәр , ғөрөф — ғәҙәттәр , үҫеп килгән быуында рухиәт , илһөйәрлек , телһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эшенә баһа бирҙе . Ир — егеттәр ҡоро рәйесе Ҡәйүм Уразбаев та сығыш яһап , ағинәйҙәр ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен бәйән итте .Мерәҫ ағинәйҙәре Сыңғыҙ ағинәйҙәренән тула һуғырға станок заправить итергә өйрәнде , Иҫке Сибай ағинәйҙәре етәксеһе Илүзә Йосопова…

    Комментарии к записи отключены
  • Без рубрики

    Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында «Салауат» комиксы китабы менән танышыу үтте. Был китаптың төп геройы Салауат Юлаев,Башҡортостандың милли батыры,1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе,Емельян Пугачев көрәштәше,шағир-импровизатор(сәсән).

    Комментарии к записи отключены
  • Без рубрики

    Бөгөн улдар һәм улы булғандар көнө.Уллы булыу ― үҙе үк ғорурлыҡ. Улыңдың уңышын күреү ― үҙе үк бәхет. Улым тип яналыр һәр әсәнең йөрәге.Улдарыбыҙ шулай ғорурлыҡ тойғоһон ғына уятып торһон!Уллылар көнө менән!

  • Без рубрики

    #проекткрай_вкотором_ты_живешь “Беҙ шәхестәребеҙ менән көслөбөҙ” Ошо көндәрҙә Сыңғыҙ модель китапханаһында «Беҙ шәхестәребеҙ менән көслөбөҙ» 9 класс уҡыусылары өсөн исемле сара уҙҙы. Сыңғыҙ – райондың рухи арҡайымы,уның социаль – иҡтисади үҫешенә,мәҙәниәтен күтәреүгә ҙур өлөш индергән данлыҡлы ауылдарҙың береһе. Ауылдың  ғорурлығы булған яҡташтарыбыҙ –тарихсы, ғалим Әнүәр Әсфәндиәров, билдәле композитор Хөсәйен Әхмәтов, бейеүсе Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы РәшиҙәТуйсина , крайҙы өйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғолов,яҙыусы Тәнзилә Кейекбаеваға  арналды. Уҡыусылар данлы яҡташтарыбыҙҙың тормош юлына байҡау яһаны,китаптары менән танышты.

    Комментарии к записи отключены
  • Без рубрики

    «Портрет»тапшырыуында ҡунаҡта….

    Сыңғыҙ ауыл моделле китапханаһында «Портрет»тапшырыуында Әхмәтова Фәнисә Азамат ҡыҙы ҡатнашты, ул һүрәттәр төшөрөү менән мауыға.Тапшырыу барышында Фәнисә Азамат ҡыҙына ҡатнашыусы ҡыҙҙар төрлө һорауҙар бирҙеләр.Ул һәр бер һорауға ентекле яуап бирҙе.Үҙҙәрен ҡәләм оҫтаһы булараҡ һынап ҡаранылар,бер һүрәтен ҡағыҙ битенә төшөрҙөләр.Осрашыу йәнле,күңелле үтте. Шулай уҡ китапханала Фәнисә Азамат ҡыҙының картиналарынан күргәҙмә ойошторолдо, килгән һәр кемгә күргәҙмә һоҡланыу тыуҙырҙы,үҙенең күңеленә яҡын картинаны билдәләп үттеләр.Фәнисә Азамат ҡыҙының күңел йылыһын,матурлыҡ яратыуын тәбиғәттең төрлө күренештәрендә күрергә була.Афарин Фәнисә!Ижадың һүрелмәһен.Сәләмәтлек бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ!Күргәҙмә киләһе аҙнала ла эшләй,теләүселәр килеп күрә ала.

Яндекс.Метрика