logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

91- се йәшендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, билдәле ҡәләм оҫтаһы Ноғман Сөләймән улы Мусин арабыҙҙан китеп барҙы.
Ноғман Мусин 1931-се йылдың 17-се июлендә Маҡар, хәҙерге Ишембай районы Ҡолғона ауылында донъяға килә. Башҡорт әҙәбиәтендә үҙ урынын табып, үҙ һүҙен әйтә алған ҡәләм оҫтаһы бар ғүмерен милли прозаны үҫтереүгә арнай. Уның “Һайлап алынған яҙмыш”, “Мәңгелек урман”, “Зәңгәр тауҙа аҡ болан”, “Төпкөлдән төшкән килен”, “Өҙәрем юл кешеләре”, “Таң менән сыҡ юлдарға”, “Һуңғы солоҡ кеүек” роман-повестары башҡорт әҙәбиәте классикаһының иң сағыу һәм юғары өлгөһө. Тыуған яғы – Ҡолғона ауылында Ноғман Сөләймән улы Мусин һуңғы тапҡыр сентябрҙә булғайны. Уның был сәфәре кендек ҡаны тамып, тәү тәпәй баҫҡан ерҙәре, бесән сапҡан яландары, Алатау һырты һәм мәңгелек урмандар менән хушлашыуы булды. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ноғман Мусин үҙенең әҫәрҙәре менән халҡы күңелендә үҙенә мәңгелек һәйкәл һалды.