logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Афғанистан – йөрәк яраһы.

Афған! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән күҙ алдына тау-ташлы рәхимһеҙ ҡояшлы афған ере килеп баҫа.
Афған ере! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән хәтерҙә 15 меңдән артыҡ тигән һүҙҙәр килеп баҫа.
Был һуғыш беҙҙең илгә 15 меңгә яҡын ҡурғаш табут, 36 мең яралы, 312 хәбәрһеҙ юғалған һалдат рәүешендә әйләнеп ҡайта.
Күп йылдар үтте, әммә ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә күптәрҙең йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана.
Афғанистанда беҙҙең ауылдан; Рәжәпов Тимерйән Рәжәп улы, Усманов Ғәлимйән Зариф улы, Балхин Зәкир Ғакиф улы улы һуғышта ҡатнашҡан. Иҫән -һау әйләнеп ҡайтты. Уларҙың һәр береһенә һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Бер ваҡыттта ла һуғыш булмаһын! Аяҙ күк йөҙө теләйем! Иҫән -һау йәшәйек!