“Ғүмер көҙө.”
#Сыңғыҙ_ауылы_модель_китапханаһы
#Ололар_Көнө
#Айыҡ_Ауыл
Сыңғыҙ ауылында, Ололар көнө уңайынан, мәктәп ашханаһында аш-һыу табыны ойошторолдо. Уйындар, йыр-моң менән үрелеп барған табында инәй-олатайҙар донъя мәшәҡәттәренән арынып, ауырыу-һыҙланыуҙарын онотоп, бер-береһе менән аралашып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттылар. Байрам уңайынан ҡотлау һүҙҙәре менән Таулыҡай ауыл хакимиәте башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы, ир-егеттәр ҡоро рәйесе Нур Мортаза улы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Ишһылыу Муллағәле ҡыҙы сығыш яһаны. Шулай уҡ ауылдың проблемалары, киләсәккә пландар ҙа уртаға һалып һөйләшелде.
Ойоштороусыларға рәхмәттәрен әйтеп, икенсе йыл да теүәллектә осрашырға яҙһын тиеп, ҡыуанышып таралышты инәй-олатайҙар.