logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Узоры родного края.”

Бөгөн Сыңғыҙ ауылы клубында Ҡурай һәм Республика көндәренә бағышланған ” Тыуған яҡ биҙәктәре” исемле байрам ойошторолдо. Сара йәрминкә һәм урындағы матбуғат баҫмаларына яҙылыу менән башланып китте. Бөгөнгө көндә бөтәһе 35 кә яҡын ғаила киләһе йылға “Һаҡмар” лы һәм, акцияның шарты буйынса, бүләкле лә булдылар. Шулай уҡ “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар” журналдарына, “Атайсал” гәзитенә лә яҙылдылар. Афариндар!!!

Артабан байрам ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле концерт менән дауам итте. Үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләп үткән Мәрзиә һәм Рим Мамбетовтар байрамдың бер биҙәге булды. Уларҙы ауыл хакимиәте, балалары, туғандары ҡотланы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Улар, үҙ сиратында, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, бер-береһенә алтын балдаҡ кейҙерештеләр.

Байрам тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп таралышты улар.

Беҙ ҙә бөгөнгө концертта ҡатнашыусыларға:

#Хазина_ансамбле

#Ынйылар_ансамбле

#Илһам_ансамбле

#Йәнтөйәк_ансамбле

#Наҙгөл_ансамбле

#Еҙ_үксә_өлгөлө_балалар_ансамбле һәм Zarifa Aralbaeva Гузель Аминева ларға рәхмәт әйтәбеҙ!