“Шиғырҙарымда ғына атайым.”

Атайҙар көнө уңайынан, Сыңғыҙ ауылының оҫта ҡәләм тирбәтеүсеһе Гөлфиә Карамурзинаның атаһы Бикҡолов Зөфәр Әхмәт улы мәрхүмгә бағышлап яҙған шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. “Атайым мәрхүм булғандан һуң ғына шиғырҙар яҙа башланым шул, ул тере ваҡытта яҙһам, шиғырҙарымдың йөкмәткеһе лә башҡасараҡ булыр ине,”- тип бер аҙ үкенесен дә белдерҙе ул. Шөкөр, уның үҙенең 2 улы һәм 2 ҡыҙы ла атайлы🤲🤲🤲 Бөтә балаларҙың да арҡаланып үҫер аталары булһын!!!