logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

???Халыҡ- ара ҡатын ҡыҙҙар көнө уңайынан Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында “Матурлыҡ һәм һомғоллоҡ серҙәре” исемле бик матур һәм фәһемле оҫталыҡ дәресе үтте.?Дәрескә килеүселәр араһында хаҡлы ялдағылар ҙа,йәштәр ҙә бар ине.Был осрашыуҙа Б.Р. атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре,”Еҙ үксә” өлгөлө балалар бейеү ансамбле етәксеһе,үҙе һөйкөмлө,мөләйем,уңған – хөрмәтле Аралбаева Зарифа Зәкир ҡыҙы үҙенең һомғоллоҡ һәм матурлыҡ серҙәре менән уртаҡлашты. Ҡатын – ҡыҙҙарға Зарифа Зәкир ҡыҙы фитнес оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Күнекмәләрҙән ҡыҙҙар көс һәм дәрт алып таралыштылар.