logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Тарих төпкөлөнән килгән байрам.»

4 ноябрь – ҙур дәүләт байрамы, ул тарихыбыҙҙың 1612 йылғы ваҡиғаларына барып тоташа һәм Ватаныбыҙ азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығын данлай.

Илебеҙҙә төрлө милләт вәкилдәре татыу йәшәй.
Берҙәмлек һәм илһөйәрлек төрлө һынауҙар осоронда һәр ваҡыт ныҡлы таяныс булды һәм әлеге ҡатмарлы осорҙа ла шулай булып ҡала.

Бөгөн дә халҡыбыҙ быуаттар буйына һаҡланған ҡиммәттәр һәм традициялар, тыныслыҡ һәм ирекле тормош хаҡына көрәштә берҙәмлеген күрһәтә.
Байрам уңайынан балалар менән “Дуҫлыҡ түңәрәге” уйынын уйнаныҡ. Илебеҙҙә төрлө милләт балалары дуҫ һәм татыу йәшәһен, балаларҙың шат тауышы тынмаһын!
Шулай уҡ китапханала “Халыҡтар берҙәмлеге китаптарҙа” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Барығыҙға ла сәләмәтлек, йорт- илдәреҙең, донъяның тыныс, имен, ғаиләләрҙең ныҡлы булыуын теләйбеҙ! Алдағы көндәрҙә тыныслыҡта һәм именлектә йәшәргә яҙһын!.