logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

һынамыштар

14март ниндәй – йәй шундай.

15 март көндө буран йәки ел булһа, йәшел үләндәр баш төртөүен тиҙ генә көтмәгеҙ.

16 март көндө турғайҙар түбә ҡалайҙарына ултырып, ҡанаттарын таҙартһа – йылы көндәр етә.

17 март – ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиҙ китеп бөтөр.

18 мартта ала ҡарғалар төнъяҡҡа ҡарап оялаһа һәм ҡарҡылдашһа – көндәр һыуыта.

19 мартта тумыртҡалар туҡылдаһа, һыуыҡтар оҙаҡ дауам итә.

20 мартта ҡояш байығанда күк йөҙө ҡыҙғылт төҫкә керһә – ел көсәйә.

21 март көндө турғайҙар килһә, яҙ килеп етте тигән һүҙ.

22 март йылы булһа, 4⃣0⃣ көн йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 4⃣0⃣ көнгә һуҙылған һыуыҡтар көтөгөҙ.

23 март көндө ала ҡарға томшоғон ҡанат аҫтына йәшерһә – һыуыта.

24 март ала ҡарғалар тауышланып йөрөһә, һауа торошо боҙола.

25 март көндө ямғыр яуһа, арыш уңа. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә – көндәр йылыта.
26 мартта ҡара ҡарғалар кисен йыйылышып, тауыш бирһә – алдағы аҙна йылы булыр.

27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ.

28 мартта аксарлаҡтар осоп килһә, апрель йәй кеүек булыр.

29 март ниндәй – апрель шундай.

30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, йылғалар ташыу ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ.

31март кисендә йондоҙҙар ғәҙәттәгенән вағыраҡ күренһә – ямғырға. Ҡоштар ояларын көньяҡҡа үрһә – йәй һалҡын килер.