logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Бөгөн – Бөтә Донъя Шиғриәт көнөндә ауылдашыбыҙ Ҡарамырҙина Гөлфиә Зөфәр ҡыҙының шиғриәткә арналған матур шиғырҙарын тәҡдим итәм.

Шиғриәт менән һөйөү,
Икеһе лә бер бөтөн.
Һөйөүҙә бар ялҡын еҫе,
Шиғриәттә юҡ та төтөн…

Илһам килһә китә һалмай,
Ҡәләм шыма, ҡәләм майҙай.
Шиғыр яйлап ипле генә,
Яҙыла инде шулай.

Юҡ төтөнө, юҡ ялҡыны –
Ләкин ул шундай көслө.
Бөтә кешелә лә юҡ шул һәләт,
Уны яҙа бары хисле…

Хистәрҙән дә, нәфрәттән дә,
Ҡоролған ошо шиғриәт.
Ҡайсаҡ күңел ҡабул итмәй,
Ләкин риза бары йөрәк.

Һине яҡын күреп ҡабул ҡылдым,
Шиғриәтем -талмаҫ ҡанатым.
Һиңә тик өмөт менән бағам,
Ышаныс менән һиңә барамын.

Зинһар өсөн, тием, Шиғриәт,
Мине тапап, фашлама!
Һиңә яңы аяҡ баҫтым,
Аяҡ сала күрмә, ташлама!

Минең ҡәләм осло бит,
Яҙғым килә һис тә туҡтамай,
Яҙғым килә барлыҡ уйҙарымды ,
Кеше һүҙенә лә ҡарамай.

Яҙмышымдыр һин, Шиғриәтем!
Бар булмышым һиңә арналған,
Мин бит һиңә шундай ғашиҡ!
Һинең тулҡыныңда ярһыған.


Ҡулдарымда ҡәләм тирбәлә
Ижад осҡондары һирпелеп.
Таралалар улар төрлө яҡҡа,
Шыталар бит бер аҙ һиҙелеп.

Шиғырҙарым бер-бер артлы,
Шытып сыға, бөрөләнә.
Мөхәббәткә, тыуған илгә,
Нәфрәткә лә, төрлөһөнә…

Үҙ итә бит минен күңел
Мөхәббәтте һәм тыныслыҡты.
Йөрәгемден шиғри ҡылы,
Тиң күрә лә хакимлыҡты.

Мәхрүм итмә мине, ижад!
Тартып алма шиғри хисемде,
Мин бит бары һиңә ғашиҡ,
Һинең менән үтәм һәр кисемде.

Үҙем теләп килдем, һиңә шиғриәтем,
Һиңә тоғро булыу – бар ниәтем.
Килә бары минең һинең генә
Һинең йомғағыңды һүтәһем…

Гөлфиә Ҡарамырҙина.