logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Ҡайт, ҡотом, ҡайт!”

Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу кеүек инандырыуға ҡоролған дауалауҙы үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре – шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыусылар тип йөрөткәндәр уларҙы. Улар үҙҙәренең туплаған тәжрибәһен, белемен быуындан-быуынға тапшырған.
Ҡот ҡойоу тураһында күптәр ишеткәне барҙыр. Ул әле лә ҡулланыла. Бала күҙекһә лә, нимәнәндер ҡурҡһа ла, тормошоң уңмай башлаһа ла, ҡот ҡойҙороп алалар. Ҡот ҡойоу — сирле кешегә тормош ҡотон яңынан ҡайтарыу традицияһы, бағымсының ҡурҡан кешене дауалау ысулы.Ҡот ҡойоусы инәйҙәр бик аҙ ҡалды, иҫәндәренән имләү серҙәрен өйрәнеп ҡалырға тырышырға кәрәк.
Бөгөн беҙгә Дәүләтбикә Бәғәҙәт ҡыҙы ҡот ҡайтарыу им-томон күрһәтте.
“Ҡот”то ҡайтарыу өсөн имсе ауырыуҙы ултырғысҡа ултырта һәм уның башын яулыҡ менән ҡаплай. Шунан һауытҡа һыу һалып, уны ауырыуҙың баш осонда тотҡан килеш, иретелгән аҡ ҡурғаш, ҡара ҡурғаш йәки май шәме ҡоя.
Йола имләү һүҙҙәре менән оҙатыла.
«Ҡайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом,
Ҡайт, ҡотом, ағып ҡайт —
Ағын һыуҙы йөҙөп сыҡ,
Мәликәнең ҡото осҡан,
Ҡамышлыҡты йырып сыҡ,
Ҡайт, ҡотом!Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ҡотто өс рәт йә һыуҙағы ҡатып ҡалған шыйыҡса йөрәк һүрәтенә ингәнсе ҡойалар. Ҡотто сепрәккә төрөп, һаҡлағыс эшләп бирәләр. Уны йә ятып йөрөгән яҫтыҡ аҫтына тегәләр, йә үҙең менән бергә йөрөтәһең. Үҙенән – үҙе юғалыуы ла ихтимал, юғалһа, эҙләргә кәрәкмәй, ти ололар.
Ҡот ҡойолған һыуҙы ауырыуҙың бит-ҡулына, муйынына һөртәләр, ҡалғанын тупһа төбөнә түгәләр.
Ҡот ҡойоусы кеше намаҙҙа булырға тейеш.