logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Күңелле Яңы йыл каникулдары”.

Сыңғыҙ ауылы клубында китапхана, клуб, мәктәп, ауыл, район кимәлендәге сараларҙа актив ҡатнашҡан, һәр яҡтан да өлгөлө уҡыусыларҙы туплаған, Аралбаева Зарифа Зәкир ҡыҙы етәкселегендәге “Еҙ үксә” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнеүселәр өсөн, “Күңелле Яңы йыл каникулдары” тип аталған бик матур сара үтте. Уҡыусылар төрлө конкурстарҙа сәмләнеп ҡатнаштылар, бер-береһе өсөн янып-көйҙөләр, командалар менән дә ярыштылар, шыршы тирәләй бейенеләр, йырланылар.
Байрам булғас, әлбиттә, күстәнәс һәм бүлектәр ҙә булды. Әммә бүләк һәм тәмлекәстәрҙе алыр өсөн дә уларға шиғыр һөйләргә, йырларға, һикерергә, көләмәс һөйләргә һәм башҡа һөнәрҙәрен күрһәтергә кәрәк булды. Бер уҡыусы ла юғалып ҡалманы, кемуҙарҙан ярышып шиғыр ятланылар, йырланылар. Отҡор, етеҙ, шуҡ, үткен балаларға ҡарап күңел ҡыуанды, күҙҙәр теймәһен, ошо дәрттәре уларҙы ғүмер буйы ташламаһын ине.
Шулай уҡ былтыр ғына ошо ансамблде тамамлаусылар, хәҙер инде студенттар, бөгөнгө көндә ауылға каникулға ҡайтыусылар Гөлфинә Буранбаева, Эльвина Уразбаева, Гөлдәр Ғөлбәйетова, Гөлдәриә Ғәйетбаева, Мораҙым Бикҡолов,Арсен Махмутов, Айҙар Бикмөхәмәтов та уҡыусыларға үҙ теләктәрен еткерҙеләр, уҡыуҙарында уңыштар теләнеләр.
Бөгөнгө байрамдан барыһы ла күңелдәре булғансы бейеп, дәртләнеп, ҡыуанып, шау-гөр килеп таралыштылар.