logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Дәрт,моң,илһам өҫтәүсе – һин Шиғриәт!”

Шиғриәт донъяһы ниндәй?
Белмәй бер кем,
Ул үҙенә йыйған бөтә йәшәү күркен.
Инеп батһаң ошо даръя ағышына,
Үлгәндә лә үкенмәҫһең яҙмышыңа.
Рәсих Ханнанов.
21 мартта китапханала Бөтә донъя шиғриәт көнөнә матур сара үтте. Ул “Дәрт, моң, илһам өҫтәүсе – һин Шиғриәт!” тип аталды. Шиғыр һөйөүселәр шиғриәт донъяһына сәйәхәт ҡылып, яҡташ шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарын уҡынылар. Районда һәм Республикала үткән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә еңеүсе Туйсина Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙын “Шиғырҙарым –халыҡ телендә”шиғыр һөйләүселәр интернет бәйгеһендә еңеүе менән ҡотлап,бүләген тапшырҙыҡ .Кисәгә килгән ҡунаҡтар рухи аҙыҡ алып таралыштылар.