“Китап-мәңгелек сер асҡысы”
2 апрель донъяла иң сағыу һәм мөһим байрамдарҙың береһе — Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнә. Был көн бөйөк әкиәтсе Ганс Христиан Андерсендың тыуған көнөнә арналған. Ул беҙҙе тылсымлы донъяға алып инә, хыялдарҙы уята һәм күңелдәргә изгелек орлоҡтары сәсә.
Балалар китабы — ул дуҫ, остаз һәм илһам сығанағы. Ул аҡыллы, ҡыҙыҡлы, батыр булырға өйрәтә. Китап уҡыу — үҙеңдең эске донъяңды байытыу, яңы асыштар яһау мөмкинлеге.
Был көндө беҙҙең китапханаға ҡартәсәләре менән Мәликә һәм Камила исемле ҡыҙҙар килде. Мәликә үҙе уҡый белһә, 3 йәшлек бәләкәй Камила китаптарҙағы сағыу һүрәттәрҙе ҡарап ҡыуанды.
![]()
![]()
Китап уҡығыҙ, хыялланығыҙ, ижад итегеҙ! Китап — ул мәңгелек сер асҡысы. 📚✨
Китап уҡығыҙ, хыялланығыҙ, ижад итегеҙ! Китап — ул мәңгелек сер асҡысы. 📚✨