«Позывной «Башкир»
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаның махсус хәрби операция тураһындағы «Позывной«Башкир» исемле документаль китабының презентацияһы үтте. Шағирәнең, “Маджахет” позывнойлы яугирҙең үҙ күҙҙәре менән күргәндәрен, кисергәндәрен тыңлау бөгөнгө беҙҙең йәшәйешкә, хәҙерге тормошҡа ҡарашымды үҙгәртергә, уйланырға мәжбүр итте. Түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеү фәһемле һәм бөгөнгө көндә актуаль темаға ҡағылышлы булыуы менән оҡшаны.
