“Һәрешкүжәгә сәйәхәт”
Йәш быуын менән Баймаҡ районының иң гүзәл урындарының береһе — Һәрешкүжә тауына мендек. Был ябай ял ғына түгел, ә тарихҡа, халҡыбыҙҙың үткәненә тәрән сәйәхәт булды. Һәрешкүжә тауының килеп сығышы тураһында Р. Үтәғолов һәм Б. Туйсиндың “Сыңғыҙ-изге төйәк” китабынан белдек.
Тау түбәһенән күренгән Баймаҡ районының 12 ауылын атаныҡ, ер-һыу атамаларының килеп сығышы менән таныштыҡ,топонимика ҡағиҙәләрен, ата-бабаларыбыҙҙың ошо ерҙәргә һалған мәғәнәһен барланыҡ.Урындағы топонимиканы өйрәнеү һәм уны киләсәк быуынға еткереү — беҙҙең төп бурысыбыҙ. Үҙ тарихын белгән кеше генә ҡанатлы һәм ҡөҙрәтле була! Йәштәребеҙ ер-һыу исемдәрен йөрәгендә йөрөтһөн, ошо илаһи тәбиғәттең ҡәҙерен белһен.