“Мөғжизәле ҡурай”
10 октябрь — Ҡурай көнө! Был байрам 2024 йылдың 10 октябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән рәсми рәүештә раҫланды.
Ошо айҡанлы китапханабыҙҙа ҡурайға бағышланған мәғлүмәти сәғәт үтте. Сарабыҙға килгән малайҙар ҡурай байрамының тарихы менән танышты, уның ябай ғына көпшәле үләндән нисек тылсымлы музыка ҡоралына әйләнеүен белде.Балалар ҡурай ҡырҡыу серҙәренә генә төшөнөп ҡалманы, ә ошо эшкә бәйле боронғо һынашмаҡтарҙы ла өйрәнде.
— Ҡурай!
— Әү.
— Ҡайҙа үҫтең?
— Урманда.
— Кем ҡырҡты?
— Оҫта ҡырҡты.
— Ни өсөн?
— Уйнарға! – тигән һынашмаҡ малайҙарға бигерәк тә оҡшаны. Улар алмашлап ҡурайҙы тотоп һамаҡланылар.
Юлай Ғәйнетдиновтың «Ҡурай һәм ҡурайсылар» китабы аша балалар Сыңғыҙ һәм Буранбай ауылдарының ҡурайсылары менән танышты, ҡайһыларын фоторәсемдәренә ҡарап танынылар. Ауыл хакимиәте башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы ҡурайҙы ҡулына алып, һыҙғырып күрһәтте. Быны күреп, малайҙар ҙа ҡыҙығып китте, күҙҙәрендә ҡурай өйрәнергә тигән ҙур өмөт һәм дәрт тоҡанды. Үҫеп килгән быуындың үҙ тамырҙарын белеүе, милли рухлы булып үҫеүе — беҙҙең бурысыбыҙ.