“Боронғо кәсептәр”
Халҡыбыҙҙың бай тарихын, матур йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен үҫеп килгән йәш быуынға еткереү — ағинәйҙәребеҙҙең иң изге бурысы. Ошо көндәрҙә Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре балалар өсөн бик фәһемле һәм йөкмәткеле осрашыу ойошторҙо.
Сара барышында ағинәйҙәр боронғо кәсептәребеҙҙең береһе — станокта балаҫ һуғыу сәнғәте тураһында ентекләп һөйләне. Улар ептәрҙе нисек әҙерләү, биҙәктәр һайлау һәм станок артында эшләү серҙәрен үҙ ҡулдары менән күрһәтте. Шулай уҡ сергетыштарҙан күргәҙмә эшләнеләр. Балалар ата-бабаларыбыҙҙың көнкүреше, ҡул эштәренең нескәлектәре менән ҙур ҡыҙыҡһыныу менән танышты.
Оло быуын вәкилдәренең күңел йылыһын һалып башҡарған бындай оҫталыҡ дәрестәре балаларҙа тыуған яҡҡа, милли мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй. Милли мираҫыбыҙҙы һаҡлап, йәштәргә тапшырған Сыңғыҙ ағинәйҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!