logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Бөгөн 3 октябрь көнө,  яҡташыбыҙ күренекле башҡорт шағирәһе, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмар күркәм юбилҽйын билдәләй.
Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова (псевдонимы «Лилиә Һаҡмар») 1962 йылдың 3 октябрендә Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған.

1984 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетын тамамлай.

1985 йылда ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитеты секретары итеп һайлана. Артабан шул уҡ райондың Байғусҡар ауылында өлкән китапханасы булып эшләй.

1989 йылда Өфөгә күсеп килә һәм хеҙмәтен журналистика өлкәһендә дауам итә. 

2010 йылдан алып “Тамаша” журналында бүлек мөдире, 2013 йылдан 2015 йылға тиклем — баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Хәҙерге ваҡытта тулыһынса әҙәби ижад менән шөғөлләнә.
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, мул уңышлы ижад баҫыуы теләйбеҙ.