Без рубрики

«Портрет»тапшырыуында ҡунаҡта….

Сыңғыҙ ауыл моделле китапханаһында «Портрет»тапшырыуында Әхмәтова Фәнисә Азамат ҡыҙы ҡатнашты, ул һүрәттәр төшөрөү менән мауыға.Тапшырыу барышында Фәнисә Азамат ҡыҙына ҡатнашыусы ҡыҙҙар төрлө һорауҙар бирҙеләр.Ул һәр бер һорауға ентекле яуап бирҙе.Үҙҙәрен ҡәләм оҫтаһы булараҡ һынап ҡаранылар,бер һүрәтен ҡағыҙ битенә төшөрҙөләр.Осрашыу йәнле,күңелле үтте. Шулай уҡ китапханала Фәнисә Азамат ҡыҙының картиналарынан күргәҙмә ойошторолдо, килгән һәр кемгә күргәҙмә һоҡланыу тыуҙырҙы,үҙенең күңеленә яҡын картинаны билдәләп үттеләр.Фәнисә Азамат ҡыҙының күңел йылыһын,матурлыҡ яратыуын тәбиғәттең төрлө күренештәрендә күрергә була.
Афарин Фәнисә!Ижадың һүрелмәһен.Сәләмәтлек бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ!
Күргәҙмә киләһе аҙнала ла эшләй,теләүселәр килеп күрә ала.

Яндекс.Метрика