logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Ағинәйҙәр тәжрибә уртаҡлаша .
Бөгөн Сыңғыҙ ауылы ,, Ағинәй “йәмәғәт ойошмаһына ( етәксеһе Ишһылыу Рәжәпова ) Мерәҫ , Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре үҙ – ара тәжрибә уртаҡлашырға йыйылды .
Ауыл китапханасыһы – ағинәйҙәрҙең ярҙамсыһы һәм терәге Миңзәлә Шахморатова ,, түңәрәк өҫтәл артында “фекер алышыуҙы бик йәнле итеп ойошторҙо , ағинәйҙәр ойошмаһының милли традициялар , йола – кәсептәр , ғөрөф – ғәҙәттәр , үҫеп килгән быуында рухиәт , илһөйәрлек , телһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эшенә баһа бирҙе . Ир – егеттәр ҡоро рәйесе Ҡәйүм Уразбаев та сығыш яһап , ағинәйҙәр ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен бәйән итте .
Мерәҫ ағинәйҙәре Сыңғыҙ ағинәйҙәренән тула һуғырға станок заправить итергә өйрәнде , Иҫке Сибай ағинәйҙәре етәксеһе Илүзә Йосопова ла үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты .
Оҫталыҡ дәресендә Сыңғыҙ мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты .
Балалар ағинәйҙәрҙе Әсәләр көнө менән ҡотлап , концерт номерҙары менән сығыш яһаны .
Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн, күмәкләп мәсеткә барып , Йома намаҙын уҡынылар .Улдарын мобилизацияға оҙатҡан әсәләр ҙә саҡырылды , имам – хатип яугирҙәребеҙ имен – һау һәм теүәл әйләнеп ҡайтһындар тип , доғалар уҡыны . Йома сәйе табыны ойошторолоп , бүләктәр – күстәнәстәр таратып , бөтәһе лә изге тәҫьораттар менән ҡайтты .