Әсәләр көнө
Бөгөн Әсәләр көнө,
Ҙур байрам һәр бер өйҙә,
Ҡот бөркөлөп кенә тора,
Һәр кем йылмая,көлә.
Ҡәҙер-хөрмәт әсәләргә,
Йылы һүҙ,яҡты ҡараш,
Әсәләр бит был тормошта,
Йөк ташыусы ҙур карап.
Ни генә юҡ иңдәрендә,
Күңелендә,йөрәктә,
Шатлыҡтары шатландыра,
Хәсрәттәре тетрәтә.
Ил йөгө лә ситләп үтмәй,
Борсолоуҙар тыуҙыра,
Донъя,хужалыҡ хәстәре,
Сәғәтләп тыуып тора.
Йылы һүҙ кәрәк барына,
Йылмайыу һәм яҡты йөҙ,
Эсеңдә ялҡын янһа ла,
Һиҙҙермә,уйна һәм көл!
Бирешмә әсе елдәргә,
Шатлыҡҡа ла,Әсә түҙ,
Һин бит-
донъя тотҡаһы,
Ҡарап торған тере күҙ!
Йәшәү йәме һин-Әсә,
Донъя ҡото һин-Әсә,
Йәшәйештән йәм табып,
Шатланып,гөрләп йәшә!
Рима Рафикова.