Яҙғы каникулды файҙалы һәм күңелле үткәреү маҡсатында, балалар өсөн Сыңғыҙ ауыл моделле китапханаһында “Халыҡ уйындары уйнайбыҙ”исемле ял итеү сараһы үтте. Балалар, башҡорт халҡының милли уйындары “Көлдөргөс”, “Аҡ тирәк,күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ” , “Осто,осто”, “Боҙоҡ телефон” кеүек башҡорт халыҡ уйындарын уйнап, һынашмаҡтар һынашып,йомаҡтар ҡойоп рәхәтләнеп күңел астылар.Яңы килгән китаптар менән таныштылар.