Матур ғаилә-ил ҡото
50 йыл һеҙ бергә йәшәгәнһегеҙ,
50 йыл һеҙ бергә булдығыҙ,
Барыһы ла уртаҡ булды-
Ҡайғыларҙы бергә еңдегеҙ,
Бер шатлыҡты ике иттегеҙ.
Ошо көндәрҙә Сыңғыҙ ауылында үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләгән бәхетле ғаиләләр: Акрам Рысҡужа улы һәм Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙыТуйсиндар ,Фәйзрәхмән Егетбай улы һәм Дамира Дамулла ҡыҙы Усмановтар.Уларҙың яҙмыштарын бер-береһенә бәйләгән көндәренән 50 йыл ғүмер үтеп киткән. Бер-береһенә таяныс, тормошҡа ғашиҡ булып, ғүмерҙең һәр көнөнә ҡыуанып ғүмер итәләр, күптәргә үрнәк булырҙай балалар тәрбиәләнеләр. Тормоштоң ниндәй генә ауырлыҡтары булмаһын, улар бирешмәне,һынманы-һығылманы, намыҫлы хеҙмәт юлы үтте.
Ошо уңайҙан Таулыҡай ауыл хакимиәте башлығы Сәитов Фуат Әхмәт улы юбилярҙарҙы ҡотлап үтте, уларға Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты һәм бүләге тапшырылды.
Һеҙҙе ҡотлап,иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ-бәхеттең иң олоһон,күңел тыныслығы,донъя именлеге,балалар ҡыуанысы һәм дә ауырымай-һыҙланмай оҙон ғүмер итегеҙ.