“Тәңкәле ҡыҙ “конкурсында Мәхмүтова Нәзилә – 2 урын. Ҡотлайбыҙ!!!!
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ, бөйөк әҙибә Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы иғлан иткәйне. Был аҙна барышында конкурстың зона этаптары үтәсәк. Бөгөн Беренсе Этҡолда тәүге зона бәйгеһе ойошторолдо. Унда Сыңғыҙ, Буранбай, Таулыҡай, Беренсе һәм Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Үрге Яйыҡбай, Бикеш, Ҡуянтау ауылдарынан 14-20 йәшлек ҡыҙҙар бәйге тотто. Һөҙөмтәлә, 1-се урынды Икенсе Этҡолдан Ғибатова Линара яуланы, 2- се урында – МӘХМҮТОВА НӘЗИЛӘ (Сыңғыҙ) һәм Хәсәнова Айгүзәл (Ниғәмәт), 3-сө урында – Мәхмүтова Ләйсән (Беренсе Этҡол). Үтәбаева Илзинә (Буранбай) – “Гүзәллек”, Әминева Сөмбөл (Үрге Яйыҡбай) – “Наҙлыҡай”, Баййегетова Миңдинә (Таулыҡай) – “Телһөйәр”, Маликова Алина (Ҡуянтау) менән Астафьева Карина (Бикеш) – “Өмөт” номинацияларында диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Һәр ҡатнашыусыға “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының символы – сулпы тапшырылды.