logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Бөгөн Баймаҡтың аҫыл заты, һылыу ҡатын-ҡыҙы, күренекле әҙибәбеҙ- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова бөгөн үҙенең юбилейын-75 йәшен билдәләй. Бөтә китапханасылар исеменән һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең менән беҙ ғорурланабыҙ, яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ! Яҙған китаптарығыҙ, ҡылған изгелектәрегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, тормошоғоҙҙа күберәк яҡты сыуаҡ көндәр, йәшәү дәфтәренә оҙон тыныс ғүмер, шатлыҡ, бәхет һәм күңелегеҙгә илаһи нур тамсылары яуыуын теләйбеҙ.

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова 1947 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.

1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1975 йылдан алып Йылайыр районы, Баймаҡ һәм Учалы ҡалаларындағы белем биреү учреждениеларында, район гәзиттәрендә, Учалы һәм Сибай яҙыусылар ойошмаларында, Сибай телевидениеһында (1995—96 йылдарҙа баш мөхәррир) һ. б. эшләй; 2000—03 йылдарҙа «Ватандаш» журналы хеҙмәкәре. «Ялан сейәһе» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1982 йылда сыға. Үҙенең әҫәрҙәрендә юғары әхлаҡ ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн раҫлай. «Ай менән Ҡояш бер генә» (1990) повесында төп героиняның донъяға ҡарашы формалашыуы, уның әхлағы нығыныуында ата-әсәһенең, уны уратып алған кешеләрҙең, тыуған ерҙең роле күрһәтелә. «Бөйрәкәй» (1997—2004) роман-эпопеяһы сюжетының ғәҙәти булмауы, стиле, милли колориты уның үҙенсәлеген билдәләй, унда бер ғаиләнең драматик яҙмышы аша Рәсәй тарихының тотош бер дәүере күрһәтелә; әҫәр уҡыусыларҙа ҙур резонанс тыуҙыра. Уның «Ямғыр көткәндә», «Бәхеткә ҡасҡандар», «Ғилмияза» һ. б. пьесалар авторы, улар Башҡортостан Республикаһы театрҙарында сәхнәләштерелгән. «Йәй ташы» пьесаһы б‑са 2002 й. «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» нәфис фильмы (реж. Б. Т. Йосопов, «Башҡортостан» к/ст) төшөрөлә, ул «Сталкер» (2002; Мәскәү), БДБ илдәренең һәм Балтияның «Киношок» (2004; Анапа), «Алтын Мөнбәр» мосолман киноһы (2005; Ҡазан) һ. б. халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә күрһәтелә.