Әсә… Һәр кемгә бала саҡтан ғәзиз, күңелгә иң яҡын исем.
Беҙҙең бөгөнгө байрамыбыҙ ҙа һеҙгә, ҡәҙерле әсәйҙәргә арнала.
Донъяла иң яҡын кеше ул – әсәй. Әсәй, әсәйҙәр! Күпме ҡайғы, күпме моң-һағыштар, күпме шатлыҡтар һыйҙыраһың һин үҙеңә, һәр балаңдың кисерещтәрен үҙеңдеке итеп ҡабул итәһең, уның яҙмышы менән йәшәйһең.Барлыҡ әсәйҙәр үҙ балаларын ҡәҙерләп, бишек йырҙарын йырлап, изгелеккә, игелеккә әйҙәп үҫтерә.Улар барлыҡ хис-тойғоларын балаларына бағышлап, Иман, тәүфиҡ, сәләмәтлек теләй. Әсәйҙәр балаһының донъяға килгән минутынан алып, үҙенең һуңғы һулышына тиклем иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше булып ҡала.
