Ҡорбан салып,аяттар уҡытыу –мосолмандарҙың изге йолаларының береһе. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында ла өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең хәрби операция урынынан иҫән –һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп,ҡорбан салынды. Ауыл мәсетендә үткән ҡорбан ашында мобилизацияға эләккән ир –егеттәрҙең ата –әсәләре, райондың имам –хатибы Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин,имам-хатиптар,Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ф.Ә.Сәйетов ,ағинәйҙәр, Сыңғыҙ ауылы халҡы ҡатнашты. Сарала хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең тыуған яҡтарға имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп,аят уҡылды, теләктәр әйтелде.Изге уйҙа, изге ниәттә салынған ҡорбандарҙың ҡабул булыуын, ир – егеттәребеҙҙең тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын, йорт – илдә тыныслыҡ булыуын теләйһе ҡала?