Сыңғыҙ ауыл модель китапханала “Башҡорт теле матур тел” интеллектуаль уйыны уҙғарылды.Сара Башҡорт теле көнө сиктәрендә үткәрелде. Командалар араһында ярыш бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы. Улар 3 турҙа көс һынашты,үҙҙәренең белемдәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараны, йондоҙҙар йыйҙы. Мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөп,уларҙың тәржемәләрен дә тиҙ генә таптылар, тиҙәйткестәрҙе әйтеп, телдәребеҙҙе лә шымарттыҡ, башҡорт теле,туған тел тураһында шиғырҙар тыңлап,авторҙарын да билдәләнек.Моңло,яғымлы, йомшаҡ, бай туған телебеҙҙе өйрәнәйек, һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек,яратайыҡ! Дуҫтарыбыҙ, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәребеҙ менән башҡорт телендә аралашайыҡ!
Мәңге йәшә,эй,һөйөклө башҡорт теле!!!



