logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Ленинград блокадаһы тамаланыуға – 79 йыл тулыу айҡанлы Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында “Беҙ- тыныслыҡ яҡлы” исемле батырлыҡ дәресе үтте. Дәрес “Серле шифр ” уйынынан башланып китте. Ҙур ҡағыҙҙа һандар аҫтында хәрефтәр яҙылған ошо шифрҙы ҡулланып, карточкалағы һандар аҫтына буш шаҡмаҡҡа ниндәй хәреф тура килгәнен яҙып, дәресебеҙҙә нимә тураһында һөйләшәсәген асыҡланы уҡыусылар. Ул һүҙ -Тыныслыҡ ине. Дәресебеҙҙең символы-күгәрсен ҡошо булды. Татыулыҡ, тыныслыҡ ҡошо тарихҡа сәйәхәт итергә саҡырҙы.
Был сара уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙлығы тураһында төшөндөрөү, Ленинград блокдаһы, блокада икмәге менән таныштырыу, икмәккә хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеү, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу тигән маҡсатта ойошторолдо .