#деньвоинаинтернационалиста
Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһы Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан республикаһынан сығарыуға 34 йыл тулыуға арнап “Шундай ир-егеттәр була” исемле осрашыу-кисә үткәрҙеләр. Кисәгә иңдәренә Афғанстанда утлы бәрелештәрҙә ҡатнашыу бурысы төшкән ветерандарыбыҙҙы Балхин Зәкир Ғәкиф улын, Усманов Ғәлимйән Зариф улын осрашыуға саҡырҙыҡ.
Бөгөн Афған ерендә интернациональ бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан, әлеге көндә ауылда матур итеп йәшәп ятҡан ветерандарыбыҙ менән йәнле аралашыу булды. Һәр кем үҙенең афған ерендәге һалдат тормошо, ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре, ҡайҙа ҡанлы бәрелештә булыуҙары, наградалары турыһында һөйләнеләр. Кисә барышында Гүзәл Әминева, Ағинәйҙәр башҡарыуында патриотик йырҙар, шиғырҙар(Туйсина Мәҙинә Ғ.ҡыҙы) менән оҙатыла барҙы.Яу ҡырында ятып ҡалған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ.Хушлашыр алдынан яугир ветерандар йәш быуынды яҡшы уҡырға,спорт менән дуҫ булырға,тормошто яратырға,Ватанды һөйөргә һәм уларҙың тоғро улдары,лайыҡлы һаҡсылары булырға саҡырҙы.