21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө
Донъяла һәр бер халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы бар. Ул – тел. Тел -халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше. Теле барҙың иле бар,иле барҙың даны бар,тигән сәсәндәр.
Ата-бабаларыбыҙҙың ғәзиз аманаты булған туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, күңел һалып, тырышып өйрәнәйек, үның артабан үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, киләсәк быуындарға еткереү хәстәрен күрәйек, кәрәк булһа, бәлә-ҡазаларҙан яҡлайыҡ. Шул саҡта ғына халҡыбыҙ – ҡәҙерле, илебеҙҙең киләсәге өмөтлө буласаҡ.