logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында “Тылы ныҡтың –иле ныҡ” исемле сара үтте. Был сара яугирҙәребеҙгә рухи һәм матди ярҙам күрһәткән,изге күңелле ҡатын – ҡыҙҙарыбыҙға арналды. Шулай уҡ сараға махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең, мобилизацияланыусыларҙың әсәләре саҡырылды. Ауылдашыбыҙ, эшҡыуар Рәжәпов Булат Рәжәп улы ҡунаҡтарҙы 8 март халыҡ-ара ҡатын – ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләп иң изге теләктәрен еткерҙе. Нурғалина Ғәлиә,Сирбаева Әлфиә,ағинәйҙәребеҙҙең сығыштары матур байрам бүләге булды. Сарала ҡатнашыусылар аралаштылар, үҙҙәрен борсоған һорауҙарын, теләктәрен еткерҙеләр. Ир-егеттәр ҡоро рәйесе Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улы саҡырылған әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, бүләктәрен бирҙе.Сара сәй табыны артында әңгәмәләшеү менән дауам итте.