Ҡаһармандар даны мәңгелек!
#ЧингизовскаяСельскаяБиблиотека
#ГодЗащитникаОтечества2025
#ГодПоддержкиУчастниковСВОиИхСемей
#Победа_80
#ZaМир
Бөгөн Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында, тематик йылды асыу маҡсатында, әҙәби-мәғлүмәти дәрес үтте. Һуғыш темаһын уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар, үҙҙәре лә әңгәмәгә ихлас ҡушылдылар. Ағинәйҙәр, ауылыбыҙҙың тыл ветераны булған, хәҙерге көндә мәрхүмә булған Ишбикә инәй Бикҡолова ижад итеп ҡалдырған һуғыш темаһына ҡағылышлы йыр-тамаҡ йырлап ишеттерҙеләр. Айгөл Мостафовна һуғышҡа оҙатҡанда әсәләр улдарына ниндәй теләк теләүҙәрен шиғыр юлдары аша уҡып ишеттерҙе. Уҡыусылар китап күргәҙмәһе менән танышты, иҫтәлеккә фото төштөләр. Ҡатнашыусыларға рәхмәт!