Аҡ юл һеҙгә, беренселәр!
#Беренселәр
#1_сентябрь_Белем_көнө
Бала саҡтың иң гүзәл миҙгелдәренең береһе – 1 сентябрҙе һәр уҡыусы, бигерәк тә тәүге тапҡыр мәктәпкә барған балалар тулҡынланып ҡаршы ала.
Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенә күңелдәре ҡыуаныс, йөҙҙәре шатлыҡлы йылмайыу менән балҡыған 4 бала беренсегә аяҡ баҫты. Ҡулдарына сәскәләр тотҡан, арҡаларына портфелдәр аҫҡан зауыҡлы мәктәп формаларындағы 1 малай һәм 3 ҡыҙға һоҡланып ҡарап та туймаҫлыҡ!
Беренселәрҙе тәжрибәле уҡытыусы Фәниә Йосоп ҡыҙы Шахморатова әсәйҙәре кеүек тәрбиәләп, мауыҡтырғыс белем донъяһына әйҙәйәсәк, Әлифба китабы менән таныштырып,дуҫлаштырасаҡ, донъяны танып белергә ярҙам итәсәк.
Уҡыусыларға яҡты, йылы мәктәптә тырышып уҡыуҙарын теләйбеҙ. Уҡыу осоро һөйөнөс менән тулы, мауыҡтырғыс, имен булһын һәм йылы хәтирәләр ҡалдырһын!