“Ғаилә менән уҡыйбыҙ”
Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Балаларҙың яҡшы уҡыуы, киң мәғлүмәтле булыуы, аң-белем даирәһенең үҫеше ғаиләләге тәрбиәнән киләлер. Китапханаға килгән бәләкәй Руслан үҙенең белдекле булыуы менән хайран ҡалдырҙы. Ул әсәһе һәм апаһы Гөлсирә менән килеп, киттар, балыҡтар тураһында үҙе белгәндәрҙе һөйләп, үҙен ҡыҙыҡһындырған темаға ярашлы китаптар, энциклопедияларҙы ҡарап, үҙенә оҡшағандарын алып ҡайтып китте.
Ысынлап та, Русландың әсәһе Гөлнур Ҡәнзәфәр ҡыҙы ла һәр яҡтан һәләтле, белемле, апаһы Гөлсирә лә уҡыу алдынғыһы. “Әле уҡый ҙа белмәйһең, ә шул хәтлем күпте ҡайҙан беләһең?”- тип һорауыма Руслан: “Атайым уҡый, атайым өйрәтә!”- тип ҙур ғорурлыҡ менән яуап бирҙе. Балаларҙың ҡартәсәһе, мәғариф ветераны Флүрә Ибраһим ҡыҙы ла китапханабыҙҙың тоғро дуҫы.
Бикҡоловтар ғаиләһенә “Афариндар!” тиергә генә ҡала👍
