Алсынбай итәгендә кейеҙ баҫалар.
Бөгөн Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылына район ағинәйҙәре йыйылды. Тәүҙә улар Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында “түңәрәк өҫтәл” артында бөгөнгө эшмәкәрлектәре, пландары, проблемалары хаҡында һөйләште. Унан ауылдың күркәм тауы Алсынбай итәгенә йыйылды. Бында Сыңғыҙҙың “Йәнтөйәк” ансамбле инәйҙәре кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Әйткәндәй, инәйҙәр был сараға алдан әҙерлек эше башлағайны. Бер көнө күмәкләп һарыҡ йөнө ҡырҡтылар, йөндө баҫыуға әҙерләнеләр.
Баймаҡ ҡалаһынан Халыҡ ижады үҙәгенең “Хазина” оҫта ҡулдар түңәрәгенән Ҡотлоғужина Рәзинә Салауат ҡыҙы сергытыш эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Сараға ағинәйҙәр генә түгел, ҡул эше менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа килде. Бик фәһемле сара үтте.
Йолаларыбыҙға иғтибар менән ҡараған, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаған, боронғо ҡул эштәрен тергеҙеп, йәштәргә еткергән инәйҙәргә оло рәхмәт!