Бөгөн композитор Хөсәйен Әхмәтовтың тыуыуына 110 йыл
РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов 1914 йылда Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуа. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһында белем ала. 1946- 74 йылдарҙа Башҡорт филармонияһының художество етәксеһе булып эшләй, шулай уҡ 1948-53 йылдарҙа БАССР Композиторҙар союзы идараһы, 1976 -87 йылдарҙа Хор йәмғиәте рәйесе вазифаларын атҡара.
Башҡорт сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырған композитор ысын мәғәнәһендә башҡорт профессиональ музыкаһы үҫешенә оло йоғонто яһай. Ул ижад иткән әҫәрҙәр араһында опера ла, балет та, симфония ла, хор һәм инструменталь әҫәрҙәр ҙә, спектакль һәм кинофильмдарға яҙылған көйҙәр һәм башҡаһы ла бар. Шулай ҙа композитор вокал музыкаһын ижад итеүҙе үҙенең төп бурысы тип һанай – 600-ҙән ашыу йыр һәм романсы, 12 вокал циклы бар. 100‑ҙән ашыу башҡорт халыҡ йырын һәм инструменталь көйөн нотаға һалған, халыҡ көйҙәренең вокаль, инструменталь һәм хор эшкәртмәләрен ижад иткән, башҡорт халыҡ йырҙары йыйынтыҡтарын төҙөүсе булараҡ танылыу алған.
1993 йылда Өфөлә вафат була.