«Бәхетле әсәйҙәр биләмәһе.»
Бөгөн Х. Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә, Әсәйҙәр байрамы уңайынан, мәктәп, мәктәпкәсә белем биреү төркөмө, клуб, китапхана, “Ағинәйҙәр ” ойошмаһы, әсәйҙәр менән берлектә, “Бәхетле әсәйҙәр биләмәһе” исемле ҙур масштаблы, ғәҙәти булмаған, бик матур сара үтте. “Тәрбиәсе әсәйҙәр”, “Уҡытыусы әсәйҙәр”, “Бейеүсе әсәйҙәр”, “Оҫта ҡуллы әсәйҙәр”, “Батыр улдар тәрбиәләгән әсәйҙәр”, “Һөт ризыҡтары етештереүсе әсәйҙәр”, “Эшҡыуар әсәйҙәр”, “Икмәк бешереүсе әсәйҙәр” блоктарында бик бай күргәҙмәләр ойошторолдо. Һәр блок балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, “Еҙ үксә” өлгөлө бейеү ансамбле тарафынан әҙерләнгән концерт менән үрелеп барҙы. Әсәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы әлбиттә. Гүзәл Әминева һәм Зәлиә Уразбаева йыр бүләк итһәләр, Мәҙинә Туйсина йөрәккә үтерлек шиғыр һөйләп ишеттерҙе. Ә Гөлфиә Ҡарамырҙина үҙе ижад иткән шиғырҙары менән сығыш яһаны. Һәр кем үҙенең сығышында “Нимә ул бәхет?” тигән һорауға яуап бирҙе.
Сара барышында МХО ла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолдо. Кәрәк-яраҡтар менән дә, аҡса менән дә ихлас ярҙамға ҡушылды әсәйҙәр. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеп, егеттәребеҙ имен-һау ҡайтһын тигән теләк булды барыһында ла.
Байрам тамамланғас фото төшөп, бейешеп, ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты бәхетле әсәйҙәр.




