logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Бәхил бул, батыр!»

#СвоихНеБросаем
#Герои_Z
#ЧингизовскаяСельскаяМодельнаяБиблиотека
Бөгөн Сыңғыҙ ауылында махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Ҡотлоғужин Хәйбулла Хизбулла улын һуңғы юлға оҙатыу айҡанлы матәм митингыһы үтте. Унда ауыл халҡы, район хакимиәте вәкилдәре, яугирҙең яҡындары, туғандары, класташтары, дуҫ-иштәре ҡатнашты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы тыныс һәм яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡорбандар талап ителгән дәүерҙә йәшәйбеҙ. Тыныслыҡ даулап яу ҡырына юлланған ауылдаштарыбыҙҙың, күп яҡташтарыбыҙҙың ғүмере өҙөлөүө аяныс. Батырҙарыбыҙҙың исемен онотмаҫбыҙ, улар беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәйәсәк.
Яугир тыуған ауылының зыяратында ерләнде. Батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе Әнисә Дәлхә ҡыҙының, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Йәнең йәннәттә, мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, батыр!