logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Балалар китаптарында айыу образы”

Балалар китабы аҙналығы сиктәрендә китапханала “Балалар китаптарында айыу образы” темаһына йәнле аралашыу ойошторолдо. Ысынлап та айыу-балаларҙың яратып тыңлаған әкиәттәренең, улар ҡараған йәнһүрәттәрҙең төп геройы. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һәр китаптан айыу тураһында шиғыр, әкиәттәр, һүрәттәр эҙләнеләр, ә китапханасы уларға әкиәттәр һөйләне. Әкиәттәр аша улар айыуҙың ҡойроғо элек оҙон, ә хәҙер ни өсөн ҡыҫҡа булыуын, элек уның ҡыш көндәре йоҡламауын, ә хәҙер ни өсөн ҡышҡылыҡҡа өңөнә инеп йәшеренеүен, нисек уның урманда батша булып китеүен белделәр, Машаның ниндәй хәйлә менән айыуҙан ҡотолоп, ҡартатаһы менән өләсәһенә ҡайтып етеүен ихлас тыңланылар. Аҙаҡтан үҙҙәре лә айыу менән булған хәлдәрҙе һөйләнеләр, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙеләр һәм яуап алдылар. Айыу тураһында һөйләшеү балаларға ҡыҙыҡ та, күңелле лә булды.