logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Бар нәмәне булдырыусы, тыуҙырыусы-ул ҡатын-ҡыҙ»

Сыңғыҙ ауылы клубында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған бик матур әҙәби -музыкаль кисә үтте. Кисәне Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улы матур ҡотлау менән башланы. Ул МХОла хеҙмәт итеп йөрөүсе егеттәргә гуманитар ярҙам әҙерләүҙә һәм маскировка селтәрҙәре үреүҙә ярҙам иткән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт хаттары тапшырҙы. Һуңынан ауылдың һәүәҫкәр артистары тарафынан әҙерләнгән концерт тәҡдим ителде. Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде.