БашҠорт ғаиләһе көнө
#БашҡортҒаиләһеКөнө
#ғаиләмҡәлғәм
#СыңғыҙАуылМодельКитапханаһы
Хәҙер йәштәр ауылда ҡалмай тигән фекер беҙҙең Сыңғыҙ ауылына тура килмәй. Сөнки беҙҙә ауылда ҡалып, йорт һалып, күмәк бала тәрбиәләп, малсылыҡ, игенселек, урмансылыҡ менән шөғөлләнгән йәштәр бихисап. Шуларҙың береһе Рәжәповтар ғаиләһе-быға асыҡ дәлил. Йәшләй генә өйләнешеп, бына 20 йылдан ашыу татыу ғүмер итәләр. 8 балаға ғүмер биреп, уларҙы эшһөйәр, физик яҡтан көслө итеп тәрбиәләгән ысын башҡорт ғаиләһе улар Биктимер һәм Земфира Рәжәповтар. Яңырак ҡына Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың “Дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында” ғы Указға ярашлы улар “Ата-әсәлек даны” ордены менән бүләкләнде. Афарин, Рәжәповтар!