“Башҡорт китабы-рухи хазина”
Башҡорт китабы аҙналығы сиктәрендә, беҙҙең китапханала бик матур һәм фәһемле сара үтте. Балалар менән бергә башҡорт балалар әҙәбиәтенә байҡау яһаныҡ. Төп иғтибарҙы халыҡтың быуаттарҙан килгән хазинаһына-башҡорт халыҡ әкиәттәренә йүнәлттек. Китапханаға яңы килгән «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» китабы менән таныштыҡ. Балалар яңы китаптың биттәрен тулҡынланып аҡтарҙы, сағыу һүрәттәрен ҡараны.Был китап аша беҙ әкиәттәрҙең ниндәй төрҙәре булыуын барланыҡ:
тылсымлы әкиәттәрҙәге батырҙар ҡаһарманлығына һоҡландыҡ, хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙән фәһем алдыҡ, тормош-көнкүреш әкиәттәрендәге зирәклеккә таң ҡалдыҡ.Иң мөһиме яңы китап биттәре аша яҡшылыҡ менән яуызлыҡ тураһында фекер алыштыҡ. Башҡорт әкиәттәре беҙҙе һәр ваҡыт изгелеккә, дуҫлыҡҡа, Тыуған илде яратырға һәм ололарҙы хөрмәт итеүгә өйрәтә. Балалар әкиәттең төп ҡанунын яҡшы үҙләштерҙе: яҡшылыҡ һәр ваҡыт яуызлыҡты еңә!

Һуңынан балаларҙың әкиәттәрҙе белеү-белмәүҙәрен карточкалар буйынса тикшерҙек. Бында ла улар үҙҙәренең тапҡырлығын күрһәтте.
Ҡулына китап алған бала – иманлы бала. Балаларыбыҙҙың күңеленә изгелек орлоҡтарын бергәләп һалайыҡ!