logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Батыр менән хушлашыу»

Ауылыбыҙ ғына түгел, тотош республика ҙур юғалтыу кисерҙе. Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Афғанстан һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, Башҡортостандан ЛНР-ға гумконвойҙар ойоштороусы, махсус хәрби операция яугиры, запастағы милиция капитаны Рәжәпов Тимерйән Рәжәп улы 58-се йәшендә арабыҙҙан китте. Бөгөн уны һуңғы юлға оҙатыр алдынан мәтәм митингыһы үтте. Унда Өфө ҡалаһынан, Әбйәлил, Белорет, Учалы районы делегацияһы, бик күп билдәле шәхестәр, дуҫтары, туғандары, таныштары, класташтары ҡатнашыуы уның ни тиклем абруйлы кеше булыуын күрһәтте. Митингта сығыш яһаусылар уның халҡым тип янып йәшәүен, тыуған иленең ысын патриоты булыуын ҡабат-ҡабат әйтеп үттеләр.
Тимерйән ағайҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Мәңгелек йоҡоң тыныс, урының ожмахтың түрендә булһын, батыр “Тимер” ағайыбыҙ🤲🤲🤲