logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Беҙҙә ҡунаҡта.

Сыңғыҙ ауыл модель китапханһы быйыл арҙаҡлы яҡташыбыҙ, танылған тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың тормошона һәм ижадына арналған “Әсфәндиәров – уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм яҙыусы” проекты буйынса эшләй. Ошо уңайҙан китапханала төрлө саралар үткәрелә. Күптән түгел Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәровтың тормош иптәше, тарих фәндәре кандидаты Клара Миһран ҡыҙы килде. Китапхана менән танышҡас, Әнүәр Әсфәндиәров хаҡында һөйләштек. Клара ханым бергә йәшәгән йылдарын иҫенә төшөрөп, хәтирәләргә бирелеп, берсә ҡыуанып, берсә һағышланып алды.

Китапханабыҙға Клара Миһран ҡыҙы Әсфәндиәрованың килеүе оло мәртәбә булды.